История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Башкирский народ » История башкирского народа » «Башҡорт ырыуҙары» тигән китап сыҡты
«Башҡорт ырыуҙары» тигән китап сыҡты


Баҫмала башҡорт ырыуҙары тарихы буйынса ғилми мәглүмәттәр тупланған. Этнолог Р.К.Кузеевтың «Проис­хождение башкирского народа. Этнический состав, исто­рия расселения» тигән монографик хеҙмәтенән һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты грифы аҫтында баҫылып сыҡҡан «Исто­рия башкирских родов» тип аталған күп томлы баҫманан (яуаплы мөхәррире С.И.Хәмиҙуллин) алынған материалдар файҙаланылды. 41 башҡорт ырыуының килеп сығышы һәм тарихи яҙмышы һүрәтләнә. Оло ырыуҙар составына ингән бер нисә кесе ырыу (тырнаҡлы, мырҙалар, ҡаратаулы, түбәләҫ, ҡалмаҡ, төркмән, байҡы һ.б.) хаҡында айырым мәғлүмәт бирелмәне. Китап тарих фәне уҡытыусыларына, уҡыусыларға һәм студенттарға, Башкортостан тарихы менән кыҙыкһыныусыларға тәғәйенләнгән. Баҫманын авторы - Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, тиражы - 500 дана.