История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » Арҙаҡлы башҡорттар. Азамат Юлдашбаев
Арҙаҡлы башҡорттар. Азамат Юлдашбаев


Азамат Юлдашбаевты белгән кеше күп. Ул 1964 йылдың 10 октябрендә Ейәнсура районы Саҙалы ауылында тыуған. Башҡорт журналисы, публицист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). 2008 йылдан - «Шоңҡар», артабан «Ватандаш» журналының баш мөхәррире була. 2015 йылда «Башҡортостан» гәзитенең директоры - баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала 2018 йылға тиклем эшләй.
 
Әлеге көндә ул үз эшен алып бара - «MOSAFER» брендын барлыҡҡа килтереп Өфөлә Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт адресы буйынса урынлашҡан мастерскойҙа күндән төрлө тауарҙар эшләп сығара. Был уникаль тауарҙар Рәсәйҙә генә түгел, бөгөн сит илдәрҙә лә билгеле.
 
Азамат Юлдашбаевтың тәрән фекерҙәре, төплө кәңәштәре, доньяға, тормошҡа, халыҡтың киләсәгенә ҡарашы уйландыра, дәртләндерә, кешеләргә үҙ тормошонда яңы юлдар асырға ярҙам итә.
 
Уның менән «Әңгәмә» проекты сиктәрендә сыҡҡан видеоәңгәмәлә һәр бер кеше үҙенә кәрәген табыр.



Видео сығанағы: https://www.youtube.com/watch?v=FsYB0aFKabk