История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » Арҙаҡлы башҡорттар. Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев
Арҙаҡлы башҡорттар. Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев


Сығанаҡ: Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. - Өфө: Китап, 2005. - 376 бит.
 
Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев - бөтөн ижад ғүмерен Урта Азия, Ҡаҙағстан халыҡтарының: ҡаҙаҡтарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың, үзбәктәрҙең фольклорын, этнографияһын, телен, тарихын өйрәнеүгә арнаған атаҡлы ғалим һәм мәғрифәтсе, башҡорттарҙан тәүге профессорҙарҙың береһе. Ул 1855 йылдың 6 (18) декабрендә Ырымбурҙа затлы башҡорт дворяны Әхмәтйән Шаһиморат улы Диваев ғаиләһендә донъяға килгән. Әбүбәкер ғаилә шарттарында һәйбәт тәрбиә ала, бер аҙ ваҡыт Төркөстан ҡалаһында өйәҙ башлығы булып торған ағаһында тәрбиәләнә. 1876 йылда Ырымбур кадетлыҡ корпусының Азия бүлексәһен тамамлап, 21 йәшлек Әбүбәкер Диваев Ташкентта хәрби хеҙмәтен башлап ебәрә. Ошо ваҡыттан Ә.Ә.Диваев Урта Азия һәм Көньяҡ Ҡаҙағстандың күп кенә өйәҙҙәрендә хеҙмәт итә. 1881 йылда ул Ташкентҡа, Һырдаръя губернаһының хәрби губернаторы канцелярияһына, хеҙмәткә күсерелә. 1906 йылда штаб-ротмистр званиеһында отставкаға сыға, артабанғы ғүмерен тулыһынса ғилми-тикшеренеү эштәренә арнай. Теп-теүәл 30 йылға һуҙылған хәрби хеҙмәт дәүерендә офицер Ә.Ә. Диваев 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна, Изге Станислав, Фарсы арыҫланы һәм ҡояшы, Бохара Алтын йондоҙо ордендары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
 
Әбүбәкер Диваевҡа, хәрби чиновник йомоштарын үтәп, Урта Азия һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан буйлап меңәрләгән саҡрым ерҙәр үтергә, Шымкент, Төркөстан, Перовский, Казалинск, Әүлиә-Ата, Ташкент һ.б. өйәҙҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сығырға, урындағы халыҡ вәкилдәре менән осрашырға насип була. Хәрби хеҙмәтенең тәүге осоронда уҡ ул халыҡ ижады, халыҡтарҙың тарихы, тормош-көнкүреше, археология, эпиграфика, иҫке яҙма ҡомартҡылар менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Ә.Ә. Диваевтың фольклор һәм этнография материалдарын йыйыу һәм өйрәнеү менән бәйле ғилми эшмәкәрлеге 1883 йылда, Һырдаръя губернаһы хәрби губернаторының тәржемәсеһе вазифаһын башҡарған осорҙа, башланған тип иҫәпләнелә. Әммә уның 1880 йылда уҡ Шымкент ҡалаһында, өйәҙ башлығының ярҙамсыһы булып эшләгән сағында, тәү башлап ҡаҙаҡтар араһында этнографик материалдар йыйнау эшенә тотонғанлығы ла билдәле. Махсус академик белем алырға тура килмәһә лә, тәбиғи талант һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге, үҙенең яңы шөғөлөнә ҡарата тәрән мөхәббәт һәм мауығыусанлыҡ арҡаһында ул фольклор, этнография һәм төрки телдәре өлкәһендә ҙур мәғлүмәтле ғалим булып етешә. Эшмәкәрлегенең был дәүерендә, 1894 йылда ул, мәҫәлән, Төркөстан ҡалаһындағы изге Әхмәд Йәсәүи мавзолейының яҙмаларын күсереп алыу эшен ойоштора. Һырдаръя өлкәһендә, Һырдаръя яры буйында төрки донъяһының легендар һәм изге шәхесе Ҡорҡот-ата ҡәберлеген тикшереү менән шөғөлләнә. 1900 йылда, аңлатмалар биреп, Ташкент ҡалаһына нигеҙ һалыныуға бәйле риүәйәтте баҫтыра. Әйтергә кәрәк, Әбүбәкер Диваевтың тынғыһыҙ тикшеренеү эшмәкәрлеге сағыштырмаса тиҙ арала ғилми йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә һәм юғары баһалана. 1896 йылда уҡ әле, мәҫәлән, күренекле шәрҡиәтсе академик В.В. Бартольд йәш ғалим Ә.Ә.Диваев тарафынан Һырдаръя өлкәһендә йыйып, баҫтырып сығарған этнографик һәм фольклор материалдарына ҡарата махсус рецензия менән сығыш яһай. 1915 йылда матбуғатта Әбүбәкер Диваевтың 60 йәшлек юбилейы билдәләп үтелә. Шул айҡанлы үҙе лә яңы ғына ғилми эшмәкәрлеген башлаған Әхмәтзәки Вәлиди «Тормош» гәзитендә «Диуаев юбилейы рус йәмғиәтендә» һәм «Өфөбөҙҙән сыҡҡан бер ғалимдың хеҙмәтенә егерме биш йыл тулыу мөнәсәбәте менән» тигән мәҡәләләр баҫтыра. Башҡорттоң был ике арҙаҡлы шәхесе ул ваҡытта бер-береһе менән яҡшы уҡ таныш булған. Дөрөҫөрәге, Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең Урта Азияла инде киң билдәле һәм абруйлы милләттәше Әбүбәкер Диваев менән Төркөстанға 1914 йылғы беренсе ғилми сәйәхәте ваҡытында осрашып дуҫлаша, йөрөгән ерҙәрендә йыш ҡына уның исеменә таянып эш итә. Был хаҡта ул үҙе ошолай тип иҫкә ала:
 
«Был сәйәхәтемдә мин Ташкент, Фирғәнә, Сәмәрҡәнд һәм Бохарала байтаҡ яңы дуҫтар таптым. Күбеһе миңә ошо ваҡыттан башлап Төркөстан мәҙәниәтенә, һуңыраҡ сәйәси хәйәткә хеҙмәт итеүемдә файҙалы булды һәм улар менән дуҫлығым иҫемдә күп татлы хәтирәләр ҡалдырҙы. Шуларҙың береһе, батша ғәскәре офицеры, полковник, сығышы менән башҡорт Әбүбәкер Диваев ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарының этнографияһы буйынса күп файҙалы әҫәрҙәр нәшер итте. Ул мине Ташкентта шулай уҡ батша ғәскәрендәге башҡорт офицерҙарынан Көсөков һәм татарҙан генерал Еникеев, Сәмәрҡәндтә ҡырғыҙҙар - генерал Колчанов һәм Мирбәдәлев, башҡорт Аҡөмбәтов менән таныштырҙы. Ҡайҙа ғына барһам да, унда Әбүбәкер ағайҙың мине танытҡан һәм тәҡдим иткән хаттары килеүен күрҙем» [Вәлиди Туған Ә. Хәтирәләр // Ағиҙел, 1991. № 4, 133-сө бит.]
 
1923 йылдың 2 мартында Урта Азияның - ул саҡтағы Төркөстан республикаһының - ғилми йәмәғәтселеге Ә.Ә. Диваевтың ғилми эшмәкәрлегенең 40 йыллыҡ юбилейын тантаналы билдәләп үтә. Уның исеменә Совет иленең төрлө тарафтарынан, шул иҫәптән Советтарҙың Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетынан ҡотлау телеграммалары килә. Юбилярҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, Урта Азия халыҡтарының фольклорын, этнографияһын, көнкүрешен өйрәнеүгә индергән өлөшө юғары баһалана.
 
Әбүбәкер Диваевтың 1906 йылда, хәрби хеҙмәтен түңәрәкләп, отставкаға сыҡҡандан һуңғы сирек быуат ғүмер эсендәге ғилми-ижтимағи эшмәкәрлеге өр-яңы ҡаҙаныштар менән билдәләнә. Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ танылған ҡаҙаҡ сәйәсмәне һәм әҙип Әхмәт Байторсонов менән бергә ул Төркөстан (хәҙерге Ташкент) дәүләт университетын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша, университеттың һәм Төркөстан Көнсығыш институтының профессоры булараҡ, Урта Азия халыҡтарының этнографияһы буйынса лекциялар уҡый. Ташкентта тыуған яҡты өйрәнеү музейының этнография һәм археология бүлектәренә етәкселек итә. Музейҙа этнографик һәм археологик тупланмаларҙы системалаштыра, ғилми тасуирламалар, материалдар йыйыу өсөн программалар төҙөй. Оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ул этнографик экспедициялар ойоштора, был экспедицияларҙан этнография, археология, фольклор буйынса бай материалдар алып ҡайта. Мәҫәлән, 1920 йылда Етеһыу өлкәһендә уҙғарылған экспедиция ваҡытында Әбүбәкер Диваев йыйған материалдарҙың күләме ике мең биш йөҙ биткә етә. Атаҡлы яҡташыбыҙҙың тырышлығы менән йыйылған бындай материалдар Урта Азия һәм Көнъяҡ Ҡаҙағстан халыҡтарының рухи мәҙәниәт тарихын өйрәнеү өсөн хәҙер ҙә ҡиммәтле сығанаҡ иҫәпләнә.
 
Ә.Ә. Диваев үҙе йыйған фольклор материалдарын һәр халыҡтың үҙ телендө һәм руссаға тәржемә итеп баҫтырып сығарыу өлкәһендә ҙур хеҙмәт күрһәтә. Ул яҙып алған ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, үзбәк эпик ҡомартҡылары, әкиәттәр, әйтемдәр, йомаҡтар тупланмалары, аҡындар ижадының өлгөләре ғәйәт ҙур фәнни-текстологик әһәмиәт ҡаҙана. Уның хеҙмәттәре Ташкентта һәм Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ырымбурҙа, Ҡазанда, Верныйҙа төрлө баҫмаларҙа донъя күрә. Ул төрлө ғилми йәмғиәттәрҙең ағзаһы итеп һайлана.
 
1923 йылдың 22 мартында Ташкент ҡалаһында атаҡлы фольклорсы һәм этнограф, профессор Әбүбәкер Диваевтың; ғилми эшмәкәрлегенә ҡырҡ йыл тулыу айҡанлы ҙур юбилей кисәһе үткәрелә. Юбилей тантанаһында Урта Азия республикалары һәм Ҡаҙағстандың хөкүмәт етәкселәре, ғилми ойошмалар, юғары уҡыу йорттары, киң ҡатлам йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша. Юбиляр исеменә Мәскәүҙән, Петроградтан, Өфөнән, Ҡазандан, Семипалатинскиҙан һәм бүтән тарафтарҙан ҡотлау телеграммалары килә. Тантанала ҡатнашыусылар Ә.Ә. Диваевты төрки донъяһының бөйөк ғалимы һәм педагогы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ баһалайҙар һәм тәбрикләйҙәр. Өфөнән Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты ебәргән телеграммала иһә башҡорттарҙың шундай арҙаҡлы улы булыуы менән ғорурланыу хаҡында хәбәритәләр.
 
Беҙҙең данлыҡлы милләттәшебеҙ, оло талант эйәһе Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваев 1933 йылдың 5 февралендә Ташкент ҡалаһында 78 йәшендә вафат була. Уның бай һәм үҙенсәлекле ғилми мираҫы башҡорт ғалимдары араһынан да үҙенең ентекле тикшеренеүсеһен көтә.
 
Әҙәбиәт
 
Зарифов X.Т. Неутомимый ученый и просветитель А.А. Диваев //ИАН Каз. ССР. № 55. Серия литературная. Вып. 6. Алма-Ата, 1948. 74-77-се биттәр. 
Диваев Абубакир Ахмеджанович // Большая советская энциклопедия, том 14. М., 1952. 314-се бит. 
Диваев Абубакир Ахмеджанович // Краткая литературная энциклопедия, том 2. М., 1964. 672-673-сө биттәр. 
Лунин Б.В., А.А. Диваев как археолог-краевед // ИАН УзССР, Серия обществ. наук. Ташкент, 1957. № 1. 73-77-се биттәр. 
Валиханов Г.Н. Этнография казахского народа в трудах А.А. Диваева // Советская этнография. М., 1958. № 5. 
Башҡорт әҙәбиәте тарихы, 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990, 128, 134, 179, 513-сө биттәр. 
Вәлиди Туған Әхмәтзәки. Хәтирәләр. // Ағиҙел. 1991, № 4. 133-сө бит; Батыршин А.
Неизвестный в Отечестве. // Замандаш. 1993, № 3. 
Хөсәйенов Ғ.Б. Әбүбәкер Диваев мырҙа // Ватандаш. 1996, № 3, 178-191-се биттәр. 
Диваев А.А. //Башкортостан: Краткая энциклопедия. Гл. редактор Шакуров Р.3. Уфа, 1996.
Байтанаев Б.А. А.А. Диваев: Очерк жизни и деятельности. Чимкент, 2004.
 
Основные публикации Абубакира Диваева
(источник: http://ethnographica.kunstkamera.ru)
 
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1891. Вып. I. Отд. I. С. 68-106.
· Исчисление времени года по киргизскому стилю с обозначением народных примет // Туркестанские ведомости. 1892. № 5.
· Призыв ветра. Киргизское поверье // Туркестанские ведомости. 1892. № 41.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1892. Вып. II. С. 1-31.
· Волшебные заговоры киргизов Сыр-Дарьинской области // Астр. Л. 1893. № 48; Московская газета. 1893. № 43.
· Волшебный заговор против укуса ядовитых насекомых и пресмыкающихся // Туркестанские ведомости. 1893. № 7.
· Этнографические материалы. Сказки, басни, пословицы и приметы туземного населения Сыр-Дарьинской области. Ташкент, 1893. С. 84, 1895. С. 160.
· Алача-хан: Киргизская сказка // Окр. 1894. № 46.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1894. Вып. III. С. 1-84.
· Несколько слов о могиле святого Коркут-ата // Записки Восточного отделения Русского археологического общества. 1894. Т.VIII.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1895. Вып. IV. - С. 1-61.
· Несколько слов о могиле святого Хорхот-ата // ЗВОРАО. 1896. № 10. С. 193
· Месяца по киргизскому стилю с обозначением народных примет // ИОАИЭ. 1896. Т. XIII. Вып.4. С. 283-286.
· Причитание // Туркестанские ведомости. 1896. № 83. С. 350; Ташкент, 1896. С. 1-5.
· Рассказ об Алангасар-алифе // ЗВОРАО. 1896. Т. XI. С. 292-297.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1896. Вып. V. С. 1-60.
· Киргизская былина о Бикет батыре. Казань, 1897.
· Древнекиргизские похоронные обычаи // ИОАИЭ. 1897. Т. XIV. Вып. II. С. 181-187.
· Киргизские афоризмы // Окр. 1897. № 34.
· Киргизское описание солнца, находящегося на небесах // ИОАИЭ. 1897. Т. XIV. Вып.3. С. 370-377.
· Киргизский рассказ о звёздах // ИОАИЭ. 1897. Т. XIV. Вып. 3. С. 366-369.
· Материалы этнографические о происхождении албасты, Джинна и Дива (народные легенды) // ИОАИЭ. 1897. Т. XIV. Вып. II. С. 226-233.
· Олян: Киргизская любовная песня // Окр. 1897. № 27.
· О происхождении злых духов по верованиям киргизов Сыр-Дарьинской области. Отчет о ЗАСЕДАНИИ Общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете 31 января 1897 года // Волжский вестник. - 1897. - № 31;
· Памятники киргизского народного творчества // Уч. ЗКУ. 1897. XI. С. 1-72;
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1897. Вып. VI. С. 91-122.
· Киргизские причитания по покойнику, записанные в Сыр-Дарьинской области // ИОАИЭ. 1898. Т. XIV. Вып. 5. С. 558-571.
· Из области киргизских верований. Баксы как лекарь и колдун: Этнографический очерк // ИОАИЭ. 1899. Вып.3. С. 307-344.
· Киргизские колыбельные песни // ИТРГО. 1900. Т. II. Вып. 1. С. 111-119.
· Предание о возникновении города Ташкента // ПЗСЧТКЛА, 1899-1900. Т.5. С. 145-151.
· Предание о происхождении узбеков // Турк. ведомости,1900. № 97; Ор. Лг., 1901.
· О свадебном ритуале киргизов Сырдарьинской области // Уч. ЗКУ. 1900. Кн. 4. С. 1-27.
· Предание о происхождении узбеков // Ор. Лг. 1901. № 1.
· Предание о Хазрети-Исмаил-ата // туркестанские ведомости. 1901. № 20, 24, 25.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1901. Вып. IX. С. 1-65.
· Алача-хан: Киргизская сказка // Туркестанские ведомости. 1903. № 90.
· Как Алдар-Косе надул черта: Из киргизских побасенок // Туркестанские ведомости. 1902. № 10.
· Киргизские болезни и способы их лечения // Туркестанские ведомости. 1902. № 43, 80.
· Памятники киргизского народного творчества. Алпамыс-батыр // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1902. Вып. Х. С. 3-41.
· Сказки киргизов Сыр-Дарьинской области / пер. с кирг. // Этнографическое обозрение. 1903. № 1. С. 98-111.
· Сказки киргизов Сыр-Дарьинской области // Этнографическое обозрение. 1904. № 1. С. 91-114.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1904. Вып. XI. С. 1-20.
· Царь-девица и чёрный раб: Киргизская сказка // Тургайская газета. 1904. № 18.
· Из области казахского скотоводческого хозяйства // Тургайская газета. - 1905. −30 янв.(№ 5);
· Игры киргизских детей // Тургайская газета. 1905. 13 нояб.; Туркестанские ведомости. 1905. № 152.
· Киргизские пословицы // Туркестанские ведомости. 1905. № 113. С. 695.
· Мавзолей Кок-Кесене. Историко-археологическая заметка // ПЗЧТКЛА. 1905. Т. Х. С. 40-42.
· Этнографические материалы // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1905. Вып. XII. С. 1-32.
· Семь сказок киргизов Сыр-Дарьинской области // Этнографическое обозрение. 1906. № 1/2. С. 114-127.
· Четыре века // Туркестанские ведомости. 1906. № 24. С. 148.
· О народном суеверии // Этнографическое обозрение. 1907. № 4. С. 123.
· Древние игры киргизской молодёжи // Туркестанские ведомости. 1907. № 54. С. 346-547.
· Киргизские афоризмы // Этнографическое обозрение. 1907. Т3. С. 97.
· Олян: Любовная песнь // Этнографическое обозрение. 1907. № 3. С. 96-97.
· Этнографические материалы. Киргизские сказки о похождении трёх плешивых // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. 1907. Вып. XIII. С. 1-3.
· Баксы // Сем. ОВ. 1908. № 70.
· Ит-ала-каз // Этнографическое обозрение. 1908. № 1-2. С. 149-150.
· Как киргизы развлекают детей // Этнографическое обозрение. 1908. № 1/2. С. 150.
· Легенда о великане Адж по прозвищу Алангсар-Алиф // Туркестанские ведомости. 1908. № 83.
· Киргизская легенда о ветхозаветном великане Адже // ИОАИЭ. 1908. Т. XXIV. Вып.5.
· Как восьмидесятилетняя старуха родила сорок ушей // Этнографическое обозрение. 1909. № 4. С. 90-95.
· Образец казахского эпоса: [Легенда о ветхозаветном Адже] // Тургайская газета. 1909. 5 апр.
· О трёх мыслящих братьях. Из киргизских сказок // Туркестанские ведомости, 1909. № 67, 71, 73, 75, 77.
· Похищенная царевна // Этнографическое обозрение. 1909. № 1-2. С. 88-90.
· Приметы киргизов во время путешествия // Зап. РГО по отделению этнографии. Сборник в честь Г. Н. Потанина, 1909. Т. XXXIV. С. 483-488.
· Заклинание и призыв ветра. Из киргизских поверий // Этнографическое обозрение. 1910. № 1-2. С. 131-133.
· Киргизский заговор против укуса ядовитых насекомых и пресмыкающихся // Этнографическое обозрение. 1910. № 1-2. С. 128-130.
· Сказки киргизов Сыр-Дарьинской области // Этнографическое обозрение. 1912. № 1/2. С. 200-208.
· Великан Алпамыс. Из киргизских сказаний // Туркестанские ведомости. 1916. № 217-218.
· Киргизский сал // Туркестанские ведомости. 1916. № 222.
· Легкомысленная Маиз-Гуль. Из киргизских анекдотов Чимкентского уезда // Туркестанские ведомости. 1916. № 241.
· Шура, сын Нарик батыра // Туркестанское слово. 1917. № 54, 55.
· Приметы киргизов // Народный университет. 1918. № 50.
· Шора. Ташкент, 1922.
· Олень и осел: Из киргизских побасенок // Труды ОИККр. 1922. Вып. 3. С. 127-130.
· Сорок небылиц. Из киргизских сказок Аулиэ-Атинского уезда // Труды ОИККр. 1922. Вып.3. С. 138.
· Шура, сын Нарик батыра // Труды ОИККр. 1922. Вып. 3. С. 117.
· Казахские пословицы. Ташкент, 1927.
· Баксы в жизни киргиза // Известия Среднеазиатского комитета по делам музыки и охраны памятников старины, искусства и природы. 1928.
· Казахская народная поэзия / сост. Н. С. Смирнова, Г. М. Гумарова, М. С. Сильченко, Т. С. Сыдыков. Алма-Ата, 1964.
· Казахские народные приметы // Мадениет. 1993. 15-31 марта (№ 6). С. 12.