История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » Башҡорт теле тураһында бик мәғәнәле фекерҙәр
Башҡорт теле тураһында бик мәғәнәле фекерҙәр


Вячеслав Чернев - донъяла билгеле полиглот. Үҙенең көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп телдәрҙе өйрәнә. Әлеге ваҡытта ул идеаль рәүештә 10 телде белә, тағы 20 телдә иркен һөйләшә ала һәм яңы телдәрҙе өйрәнеүен туҡтатмай. Ошо телдәр араһында уның күңеленә бигерәк тә башҡорт теле инә, үҙенең матурлығы, тәрәнлеге һәм байлығы менән. Тел аша Вячеслав шул уҡ саҡта халыҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша. Ваҡытында ул БСТ телеканалында «Я учу башкирский язык» тигән тапшырыуҙы алып барҙы, ә әле башҡорт теленә бәйле фәнни эш менән шөгөлләнә, беҙҙең телде хаҡлы донъя кимәленә күтәрә. 
 
Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ата-әсәләр ойошмаһы менән осрашыу ойошторҙо. Бында Вячеслав башҡорттарға үҙ мөрәжәғәтен еткерҙе. Уның һүҙҙәре бик тәрән, мәғәнәле һәм феһемле. Уны тыңларға кәрәк.

 


Аудионың сығанығы: https://kurultai.ru/ru/content/2460-vyacheslav-chernev-prinyal-uchastie-vo-vstreche-bashkirskih-roditelej-/