История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » Милләт шәхестәре менән көслө
Милләт шәхестәре менән көслө


Сығанаҡ: https://yeshlek.rbsmi.ru
 
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
 
Бөгөн 11 июндә тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды. 

Тарихсы ғалим, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу китап һәм монография авторы булараҡ билдәле. Юғары мәктәп уҡытыусыһы XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә, башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына. 1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 
 
Бөгөн Өфөлә ул элек йәшәгән Мөбәрәков урамындағы 12/2 һанлы йортта арҙаҡлы шәхес иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Мемориалды асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, ғалимдың коллегалары, уҡыусылары ҡатнашты.