История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөү тамамланды
«Шағир көндәлеге» фильмын төшөрөү тамамланды


Сығанаҡ: https://yeshlek.rbsmi.ru
Автор: Лилиә Хәлитова
 
Рәми Ғарипов тураһында кино - республика тарихында халыҡ ярҙамына таянған тәүге фильм. Был хаҡта 2019 йылдың авгусында иғлан ителгәйне, тик пандемия арҡаһында фильм буйынса эштәр туҡтап торҙо һәм 2020 йылдың декабрендә йәнә тергеҙелде. 


Фильмды Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрҙө. "Минең өсөн Рәми Ғарипов - үҙен, телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү менән шөғөлләнгән кешенең сағыу вәкиле. Ул - үҙенең мәҙәниәтенә донъяныҡын йәлеп иткән цивилизатор: Мәскәүҙә уҡыған, тәржемәсе булған, тотош мәктәп булдырған, журналдар асҡан. Минең өсөн ул юғары мәҙәниәт, ижад, йәшәү стандарты булып тора. Үҙеңде юғалтмау бик ҡатмарлы, ә ул юғалтмаған. Рәми Ғариповтың шиғриәтенә уның көндәлектәре аша килдем", - ти кинорежиссёр Булат Йосопов. 
 
Рәми Ғарипов тураһында тулы метражлы нәфис фильм - «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө - «Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә бағышланған. Режиссер трилогияның тәүге ике өлөшөндә төҙөлгән команда менән эшләй. Сценарий авторы - Гөлсәсәк Саламатова. Рәми Ғарипов образын төрлө йәштә кәүҙәләндергән өс актер - Арыҫлан Ҡрымсурин, Линар Бәитов һәм Артур Ҡунаҡбаевтың эшен күреү мөмкинлеге бар. Таҫмала Рәми Йәғәфәр улының бар ғүмере һынланасаҡ. Фильмдың бюджеты - 23,3 миллион һум. Әлеге ваҡытта ул 70 процентҡа тәьмин ителгән, 16 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Төшөрөү тамамланһа ла, алда монтажлау кеүек команда менән эшләй торған ҡатмарлы осор көтөлә. Шуға күрә, был картинаға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр әле лә ярҙам итә ала.