История башкирского народа, быт, семья, национальная кухня, изготовление юрт
8 (927) 338-31-66 minasaba@mail.ru г. Уфа, ул. Кустарёво, 15д
Главная » Новости » Италия Рим папаһынан хат
Италия Рим папаһынан хат


 
Лира Якшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» китабынан өҙөк. 2008 йыл. 
 
Мөжәүир хәҙрәттең изге йәне, баҡый донъяга күсеп, бер нисә йыл үтеп киткәс, 1970 йылдарҙа, Баймаҡ райкомының беренсе секретары исеменә Италияның Рим папаһынан хат мөрәжәғәт килеп төшә. Ул Баймаҡ районы етәкселегенә лә тәгәйенләнгән була. Был хатта Италия руханиҙарының Мөжәүир хәҙрәтте белеүҙәре, донъя кимәлендәге бөйөк шәхес тип таныуҙары тураһында әйтелә һәм изге әүлиә Мөжәүир Уйылдан улы йәшәгән төбәкте һәм уның бөтә тирә-ягын, йөҙ километр радиус менән дәүләт заказнигы итеп һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкәртелә, «һеҙҙең халыҡ бик мөгжизәле урында йәшәй. Ерегеҙ бай, тәбигәтегеҙ хозур, халҡыгыҙҙың киләсәге яҡты», - тиелә был русса яҙылган хатта.
 
Тере сагында Мөжәүир әүлиә туган халҡы һәм ер йөҙө халҡы өсөн бөйөк ыҙа сигеүсе булды, тип яҙа, Италия руханийы. Иәнә хатта ошондай юлдар була: «Мөжәүир әүлиәнең йәне ерҙән киткәс, изге рухы үҙе йәшәп киткән төбәккә генә түгел, бөтә планетага бәрәкәт, именлек ебәреп ятыр». Рим папаһы үҙенең был хатында изге дин әһеле йәшәгән ерҙәрҙе халыҡ күҙ ҡараһындай һаҡлаһын ине, ти.
 
Был ҡыҙыҡлы хат тураһында беҙ Разия Хәйбулла ҡыҙы менән оҙаҡ фекер алыштыҡ. Күп йылдар элек ул быны үҙ ҡолагы менән Сырлыбаев Рәхмәтулланан ишетә. Бының нисек, ниндәй шарттарҙа булыуын бөтә дөрөҫлөгө менән, Разия апай үҙе һөйләгәнсә, һүҙмә-һүҙ бирәбеҙ.
 
- Бер мең тугыҙ йөҙ етмешенсе йылдың яҙы ине. Миңә утыҙ йәштәр тирәһе булгандыр. Бер туган агайым Хәйрулла Хәйбулла улы әйтте:
 
- Разия туганым, Рәхмәтулла агайың менән кисен һеҙгә барып сыгырбыҙ. Беҙҙең һөйләшеп кәңәшләшәһе эш бар.
 
Агайым кем менәндер айырым һөйләшергә теләһә, гел шулай беҙгә алып килә торгайны. Тормош иптәшем Азамат Вәли улы менән дә ышаныслы дуҫ булдылар.
 
Мин аш-һыу әҙерләнем.
 
Сырлыбаев Рәхмәтулла Сабир улы райондың абруйлы кешеһе, халыҡ судьяһы булып эшләй, агайым да күпте күргән, күпте белгән милиция хеҙмәткәре. Улар бала саҡтан дуҫтар, фекерҙәштәр, икеһе лә барыһын белеп, ишетеп, күреүсе органдарҙа эшләй. Икеһе лә башҡорт халҡының патриоттары ине.
 
Уларҙың һөйләшеүе мәңгелеккә күңелемә уйылып ҡалды, бөгөнгөләй иҫемдә, һүҙ беҙ бөтәбеҙ ҙә яратып, сикһеҙ ихтирам иткән мәрхүм Мөжәүир хәҙрәт хаҡында барҙы.
 
Рәхмәтулла агай райкомга Италиялагы Рим папаһынан хат килеүе тураһында әйтте. Бөтәһен дә күреп-белеп, асыҡ һөйләп ултырҙы. Ул туҡтагас агайым:
 
- Был хат тураһында югарыга хәбәр ителдеме һуң? – тин һораны.
 
- Ҡайҙан хәбәр ителһен. Үҙең белеп тораһың бит, буржуйҙар менән хат алышып ятаһыгыҙ тип, берҙе биш итеп, партиянан сыгарып, тик торганда үҙеңдән халыҡ дошманы яһап, сит ил шпионы тип хурлап төрмәгә илтеп тыгырҙар.
 
Заманы шулай бит, - тине халыҡ судьяһы Рәхмәтулла ағай. Бөтәбеҙ ҙә уның фекеренә ҡушылдыҡ. Ысынлап та, ул йылдарҙа беҙҙең илдә дин әһелдәре өсөн түҙеп торғоһоҙ шарттар булдырылғайны.
 
Беҙ, табындаштар, үҙебеҙҙең яҡ халҡының ғәҙәте буйынса, изге олатайыбыҙ хаҡында тағы оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Уның хикмәттәрен, мөғжизәләрен һөйләп хайран ҡалдыҡ...
 
- Был хат тураһында киләсәк быуын белергә тейеш. Хат, бәлки, берәй архивта яталыр. Уны эҙләп ҡарарға кәрәк. Бәлки, шул саҡтарҙа райкомда секретарь - машинистка булып эшләгән кеше беләлер, - тине Разия апай.
 
Эйе, партия нисек кенә тыйһа ла, закон динде инҡар итһә лә, Мөжәүир хәҙрәтте төрмәләргә ултыртып ҡуйһалар ҙа, беҙҙең яҡтың һәр кеме, кесеһенән алып олоһона тиклем, Мөжәүир хәҙрәтте белде, яратты, ихтирам итте. Был бәйәнде ишеткәс, миңә, ике китап авторы булған кешегә, тынғылыҡ бирмәгән ике сер сиселеп киткәндәй булды. Беренсенән, гел аптырай торғайным, шундай ҙа илаһи ҡөҙрәт эйәһе нисек үҙен ҡулга алырға, төрмәләрҙә ултыртыуға юл ҡуйҙы икән тип уйлай инем. Баҡһаң, был уның туган халҡы өсөн ыҙа сигеүе, тәҡдиргә буйһоноуы булған. Шуға ул күндәмлек күрһәткән булып сыға.
 
Икенсенән, бына ни өсөн Манһыр тирәһен һөрөргә тип килгән тракторҙар боҙолоп ултырған. Кире ҡайтыр булһа, бөтә кешене аптыратып, һин дә мин эшләп киткән. Тимәк, бынан шуны аңларға була, олатай рухы еренең соҡолоп тәләфләнеп ятыуын теләмәй. Геологтар килеп Манһыр тирәһен ҡаҙып ҡарарға итһә, тракторҙары боҙола, йә үҙҙәре ауырып китә икән. Был да юҡҡа түгел. Мөжәүир әүлиә йәшәгән изге ерҙәргә югарынан ҡул тейгеҙергә ҡушылмаған.
 
Уйҙар, уйҙар...
 
Рим папаһының хаты тураһында уйланыуҙар зиһенде яҡтыртып, күп нәмәгә күҙҙе асып ебәргәндәй булды. Ысынлап та, бөтә халыҡ данлаган, хатта сит илдәрҙә ҙурлап иҫкә алынған шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү беҙҙә тейешле кимәлдә ҡуйылганмы?
 
Совет власының дингә ҡаршы булыуын, Аллаһы Тәгәләнең барлығын, берлеген танымауын беләбеҙ. Ошондай ҡараш сәбәпле беҙ бөйөк әүлиәбеҙгә асыҡтан-асыҡ ихтирамыбыҙҙы күрһәтә алмай йәшәнек. Хәҙер ул замандар үтеп китте. Дәндәр тергеҙелде, хәҙер Аллаһы Тәғәләгә табыныуҙан, пәйғәмбәрҙәргә, изгеләргә, әүлиәләргә ихтирам күрһәтеүҙән тыйыусы юҡ. Әммә, ниңәлер, беҙ үҙ яғыбыҙҙың бөйөк әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт исемен мәңгеләштерергә ашыгып бармайбыҙ. Уның йәшәгән ерҙәрен, Рим папаһы үтенгәнсә, заказник итеү түгел, хатта ҡәбере лә тейешле кимәлдә тәрбиә ҡылынмаған.
 
Белеүебеҙсә, бөтә донъя кимәлендә изгеләр ҡәбере ҡәҙерләп һаҡлана. Мәҫәлән, Болгария күрәҙәсеһе бөйөк Ванга Димитрова ерләнгән Рупите ҡалаһындагы Изге Петка тигән урын шау сәскәгә күмелгән. Иҫ китмәле таҙалыҡ, матурлыҡ, шулай уҡ изге күрәҙәсе ерләнгән урын игтибар һәм һөйөү менән солғанган. Унда әүлиә рухын шат ҡылырга теләүселәр агылып килә, йән тыныслыгы, рухи көс алып китә.
 
Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесен данлау, беренсе сиратта, тереләргә, беҙгә, кәрәк. Был йәһәттән болгарҙарҙан өлгө алыу зыян булмаҫ ине. Ванга тураһындағы материалды ентекле өйрәнеп, үҙебеҙҙең Мөжәүир әүлиәнең ҡөҙрәтен уныҡы менән сағыштырып ҡараным. Улар бер иш илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә, тигән фекергә килдем. Шулай уҡ ике бөйөк шәхескә ҡарата мөнәсәбәттәрҙе лә сагыштырҙым. Уңайһыҙ, сикһеҙ оят булһа ла танырға тура килә, беҙҙең Мөжәүир хәҙрәт ҡәбере ташландыҡ хәлендә. Быйыл апрель айында «Аргументы и факты» гәзитенән килгән шеф-редактор Жданов Альберт Әнәс улы бөйөк әүлиә ҡәберен зыярат ҡылып, уның ташландыҡ хәлендә булыуын башына һыйҙыра алманы.
 
- Ниңә былай ул? - тине журналист. - Изгеләр ҡәбере ҡурсаулыҡҡа алынырга тейештер бит.
 
Альберт Әнәс улы гына түгел, килгән һәр бер кеше ҡәберлектең  меҫкен хәлдә булыуына, мосафирҙарға булган мөнәсәбәткә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп китә.
 
Быйыл май айында Ислам институтын тамамлаған егерме дин әһеле хәҙрәт ҡәберенә килеп, рухына аяттар бағышланы. Улар ҙа шул уҡ баяғы фекерҙе әйттеләр.
 
Әбйәлил районының инвалидтар ойошмаһынан йөҙгә яҡын кеше килеп, әүлиәнең ҡәберен зыярат ҡылды.
 
- «Мөжәүир хәҙрәт» китабын уҡып, ошо изге ергә килеп йөрөй башлаганы бирле беҙҙең арала эскелек бөттө. Доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләгә инанып, изге юлдан йөрөргә тырышабыҙ, - ти улар. Нурлы йөҙҙәренә, ихласлыҡтарына ҡарап, мин әйтелгәндәрҙең хаҡ булыуына ышандым.
 
Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә алыҫтан юлланыусы мосафирҙар, китап авторы булараҡ, миңә һәм үҙебеҙҙең Тәҡүә мәсетенә киләләр. Беҙ һис тә тарһынмайбыҙ, ни бар, шуның менән ашатып-эсереп, изгеләр юлынан йөрөүселәрҙе ҡәҙер итәбеҙ, юлдарында оҙатып йөрөйбөҙ. Бындай аралашыу миңә артабан да изгеләр тураһында яҙырга кәрәклекте дәлилләй. Кешелек донъяһына һөйөү менән һуғарылған тема - мәңгелек тема. Изгеләр темаһы мөхәббәт темаһы кеүек үк, мең йыл үтһә лә иҫкермәй, ялҡытмай, кешелектең рухын байытып йәшәйәсәк.
 
Кешеләрҙең изгеләр юлынан йөрөүе, уларҙың йәшәйешен өйрәнеүе халыҡтың рухи кимәлен билдәләүсе фактор. Рухи ҡиммәттәр һанланмай, әҙәпһеҙлек, боҙоҡлоҡ донъяны ялмап алып барған бер саҡта, кешеләр изге хәҙрәт ҡәберенә күңелдәрен сафландырыу өсөн килә. Кешеләрҙең иман юлына баҫыуы - был бит бик һәйбәт. Шуға күрә меңәрләгән мосафир агылган изге ерҙе тиҙ арала йүнәтеү, тәрбиә ҡылыу кәрәк.
 
Балалары, туғандары ҡараһын, тип, үҙҙәренән яуаплыҡты алырға итеүселәр булыр. Ә бит Мөжәүир хәҙрәт балалары, тугандары өсөн генә йәшәмәгән, тыуған ере, бөтә ер йөҙөндәге халыҡтарҙың яҡты киләсәге өсөн бөйөк ыҙа сигеүсе (великомученик) изге әүлиә булган. Иәнә, уның балаларының күбеһе гүр эйәһе икәнде онотмайыҡ, булғандары ла олоғайған, бындай яуаплы эшкә тотонорға уларҙың хәле етмәй. Минеңсә, Мөжәүир әүлиә ҡәберен мәңгеләштереү, халыҡ килеп рухына баш эйерлек күркәм урынга әүерелдереү хөкүмәт кимәлендәге ҙур эш булырга тейеш.
 
Бөйөк шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса хәҙергә беҙҙә бер эш эшләнде. Был «Мөжәүир хәҙрәт» тигән китаптарҙың сыгыуы булды. Халыҡтан йыйып алынган хәтирәләр, шуга нигеҙләнеп яҙылган бәйән ике китап сыгарылып, һәр кемдең күңелен шат ҡылдыҡ. Тик ҡайһы бер аңлап етмәгән кешеләр генә:
 
- Ошо Лира китап яҙҙы ла ҡәберенә килеүселәрҙән тынгы юҡ, - тип һуҡранып ҡуя.
 
Китапты яҙыуын яҙҙым да ул. Алга уны нисек сыгарырга, тигән һорау килеп баҫты. Йәшермәйем, китапты баҫтырыу минең өсөн бик ҡыйынга төштө. Был эшкә хөкүмәт тиҙ тотонмаҫтай булгас, үҙнәшер менән сыгарыу юлы ҡалды.
 
Үҙнәшер булгас, китап сыгарган өсөн йөҙәр мең аҡсаны үҙем түләргә тейеш булып сығам. Башта ике мең тираж менән сыҡты. Уның хаҡын бик ҡыйынлыҡ менән түләнем. Китап етмәй ҡалды, кешеләр тағы һорай. Олатай рухы үҙе быны теләйҙер тип, тағы баҫтырып сағарҙым. Дүрт мең, тағы ике мең тираж менән беренсе китап сыҡты. Икенсе «Хәтирәләр» китабы өс мең ярым тираж менән, унан һуң тағы бер мең, бер аҙҙан йәнә бер мең тираж менән сығарҙым. Шулай итеп, йәмгеһе үҙнәшер юлы менән бөтәһе ун бер мең ярым китап сыҡты. Матди ярҙам булманы. Бер саҡ, шулай өс мең ярым тираж менән сыҡҡан китап өсөн аҡса түләй алмай үҙәгемә үтте. Хатта асырганып, өйөмдө һатһам, һатырмын, әммә «Мөжәүир хәҙрәт» китабын барыбер сыгарырмын, тип ҡәһәтләндем. Аллама шөкөр, өйөмдө һатырга тура килмәне. Сибай типографияһы директоры Хәлитов Азат Ибраһим улы, хәҙер ысын донъяла ята, бурысҡа, йәғни, китапты һатып, аҡсаһын түләү шарты менән баҫып сыгарҙы. Типографияга ике йөҙ мең бурысты яйлап түләй башланым. Был бурысты түләп, осона сыҡмаҫтай инем, миңә Өфө ҡалаһында йәшәүсе күренекле дин әһеле, Хәйриә фонды рәйесе, һигеҙ мәсет һалдырған Хәмзә хажи Әкбәр ярҙамға килде. Ул типография иҫәбенә илле мең һум аҡса күсерҙе. Бурыслы булыу бик насар нәмә икән. Бурыс минең илһамымды быуҙы, ҡулымдан ҡәләмемде төшөрҙө. Ә кешеләр, быны белмәй, һаман Мөжәүир хәҙрәт хаҡында өсөнсө китап яҙыуымды һорай. Түләүҙән, йәнемде ҡоршап торган бурыстан ҡотолгас ҡына кире ҡулыма ҡәләм ала алдым. Шута күрә бындай изге эштәр башҡарыусы Хәмзә хажи хәҙрәтебеҙгә мин бик бурыслы һәм рәхмәтлемен. Инде әүлиәне ололоҡлап ҡәберенә зыярат ҡылыусы күп һанлы мосафирҙарга китапты бүләк итеп бирергә лә мөмкинселек тыуҙы. Китап тышындагы Мөжәүир хәҙрәт һүрәтен күреп күптәр, тыйыла алмай, илап ебәрә. Олатай рухы, шулай, күңелдәрҙе нескәртеп, беҙҙе дөрөҫ, хаҡ юлдан әйҙәйҙер, ахырыһы. Юҡҡа гынамы ни, хәҙрәт ҡәберенә килгәндән һуң, күптәр әсеүен ташлай, изге юлга баҫа. Мин ошондай хәлдәрҙең шаһиты булараҡ, бик күп миҫалдар килтерә алыр инем.
 
«Мөжәүир хәҙрәт» китабы иң уҡымлы китап тип табылып, республика китапханалар селтәренең йыл китабы тип билдәләнде. Халыҡтың әүлиә хәҙрәткә оло ихтирамының сағылышы булган минең ошо китаптарым хөкүмәт етәкселәренең Мөжәүир хәҙрәткә һәм башҡа изгеләргә, әүлиәләргә күҙен асһын ине. Улар йәшәп киткән ерҙәрҙе заповедникка әүерелдереп, зыяратына тейешенсә тәрбиә ҡылынһын. 
 
Яңыраҡ минең өсөн бик ҙур ҡыуаныслы хәл булды. Хөкүмәткә ҡараган Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Мөжәүир хәҙрәт» китабын сыгарасагы билдәле булды. Ниһайәт, боҙ ҡуҙгалды, тип ҡыуандым. Минең әле яҙылып ятҡан Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы зыяратында ерләнгән Сабир әүлиә тураһындагы сығасаҡ «Сабир хәҙрәт» тигән китабымды ла шулай ҙурлаһындар ине, тим. 
 
Бөтә мосолман донъяһында танылыу тапҡан, хатта сит илдәрҙә, икенсе милләт вәкилдәре тарафынан ихтирам ителгән бөйөк шәхестәребеҙ Зәйнулла ишан, Мансур мөфтөй, Сабир хәҙрәт, Ғабдулла Сәиди, Байым ишан, Әбйәлил ишан, Ғатаулла ишан, Хәлил хәҙрәт, Шамигол хәлфәләрҙең олуг исемдәре, ин шәәъ Аллаһ, онотолмаҫ, һәр төбәктә лә әүлиә зыяраты, әүлиә шишмәләре бар. Тимәк, ул ерҙәрҙә лә әүлиәләр йәшәп киткән, исемдәре онотолһа ла, рухтары беҙгә фатихаһын биреп яталыр. Ундай изге ерҙәрҙе, һис ҡыйынһынмай, тәрбиә ҡылырга тейешбеҙ. Халыҡ хәтере ҙур көс ул, ин шәәъ Аллаһ, оноторга ирек ҡуймаҫ. Ил төкөрһә, күл булыр, ти. Быга дәлил - Зәйнулла ишандың тыуыуына 175 йыллыгын билдәләү булды. Халыҡ яй ҡуҙгала, бер күтәрелһә, вулкандан ургылган лава кеүек, уны тыйып та, баҫырып та торор көс булмай. Ин шәәъ Аллаһ, халҡыбыҙ үҙ ягының әүлиәләрен онотмаҫ. Мөжәүир хәҙрәт зыяраты ла, Болгария күрәҙәсеһе Ванганыҡы кеүек, йөҙ төрлө сәскәләргә күмелеп, килгән бер кешене нур бөркөп ҡаршы алыр.